З_кир Усман улы Исхаков Ей_нсура районында

No Comments



Зәкир Усман улы Исхаков Ейәнсура районында, Оло Һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан Ибрай ауылында, 1924 йылдың 2 ноябрендә тыуған. Атаһы менән әсәһе заманына күрә мәғрифәтле генә кешеләр һаналғанлыҡтан, улдары Зәкир ҙә мәктәпкә барырҙан алда уҡ уҡырға һәм яҙырға өйрәнә. Мәктәп йылдарында пьеса яҙып, тиҫтерҙәре менән күрше-күлән алдында спектакль ҡуйыуҙарҙы ойоштора. Шағир иң тәүге әҫәрҙәре 1938-40 йылдарға тура килә тип иҫәпләй. Бөйөк ватан һуғышы башланғас, йәш үҫмер Зәкир Исхаков фронтҡа китә. Яу яланында, утлы ғәрәсәт тынып торған саҡта, уй-кисерештәрен аҡ ҡағыҙға төшөрә. Китапҡа ингән «Мин фронтҡа китәм», »Һуғышсы», »Һөжүм», »Окоп тормошо», »Янғындар», »Санитарка» шиғырҙары шулай яҙылған.

1954-55 йылдарҙа шағир үҙен драматургияла ла һынап ҡарай. Тәүге ҙур күләмле әҫәре Урал аръяғының сиҙәм күтәреүселәре тураһында. «Зөләйхә» тип исемләнгән ошо музыкаль пьеса 1958 йылда Сибай сиҙәм ерҙәр театрында ҡуйыла. Әҫәрҙең яҙмышы бәхетле була, спектакль оҙаҡ ваҡыт репертуарҙа һаҡлана. Башҡортостанда ғына түгел, Силәбе, Ырымбур тамашасыларына ла күрһәтелә. Ә ундағы « Ай юғары, ай юғары» йыры йәштәр араһында « хит»ҡа әүерелә.

Йәш һәм өмөтлө драматургтың үҙен дә театрҙа актер итеп ҡалдыралар.Баш режиссер Ҡадир Бакировтың юллауы буйынса тиҙҙән Сибайҙағы Төҙөүселәр клубы директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ләкин, ауылда яңғыҙ ҡалған әсәһе ауырып китеүе сәбәпле, Зәкир Исхаков оҙаҡламай кире тыуған ауылына ҡайтырға мәжбүр була. Күп балалы ғаиләне, ҡарт әсәне ҡарау өсөн ҡәләм оҫтаһы бер юлы өс-дүрт эшкә егелә. Ибрай мәктәбендә хеҙмәттән уҡыта, китапханала эшләй, мәктәптә фото һәм драма түңәрәктәрен алып бара, клуб мөдире лә, Күгәрсен элемтә бүлегенән 6 ауылға почта ташыусыһы ла, етмәһә, колхоз йәйләүендә һыйырҙар һауыуҙы ойоштороусы, ауылдың түләүһеҙ ремонтсыһы, фотографы… Әлбиттә, яҙышыуға ваҡытта ҡалмай.

Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына Зәкир Исхаковҡа яңынан яҙышыу мөмкинлеге тыуа. Районда ҡәләм тирбәтеүселәрҙе бергә туплап »Үҫәргән»исемле әҙәби берекмә ойоштороуға ла өлгәшә.

Әйткәндәй, шағирҙың байтаҡ шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән, халыҡ Ю.Моратов, Ю.Үҙәнбаев, Ә.Бикташева, Ф.Хафизов, Р. Хәкимов, З.Әбдрәхимова, Р. Юлдашбаев, Б.Акбутин, М.Түләбаева көй яҙғандарын йылы ҡабул итте.

 

Төп әҫәрҙәре:

1. З.Исхаков. Минең Оло Һүрәмем.

2. З.Исхаков. Ҡартайырға ваҡыт юҡ…Иҫәнғол-2008.

3. З.Исхаков. Йәшлек йылдар- ауыр юлдар. Иҫәнғол-2013.


Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

9 + 1 =